Юбилярҙарҙы ғүмерҙәрендәге әһәмиәтле даталары менән тәбрикләү районда яҡшы традицияға әүерелгән. Туҡһан йәш – бик мөһим ваҡиға, сөнки шундай оло йәште һәр кемгә лә ҡаршы алырға яҙмаған. Оҙон ғүмерле олатайға хөрмәт белдереп, Аҡъяр ауыл биләмәһе башлығы Ришат Рәхмәтуллин һәм район ветерандар советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова килде. Улар юбилярға һаулыҡ, именлек, күңел тыныслығы, иртәгәһе көнгә ышаныс, оҙон ғүмер теләне. Бынан тыш, юбилярға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың һәм Башҡортостандың, Хәйбулла районы башлыҡтарының исемле ҡотлауҙарын тапшырҙылар.
Мөхәмәт Хөснөтдин улы бай йөкмәткеле тормош юлы үткән. Бар ғүмерен райондың ауыл хужалығы тармағында эшләп, етәксе вазифаһында хаҡлы ялға сыҡҡан. Уның эшсәнлеген һәм эшкә яуаплы мөнәсәбәтен ауылдаштары хәтерләй һәм ихтирам итә. Биш балаға ғүмер бүләк итеп, тормош иптәше Рәүфә Шәйех ҡыҙы менән алтмыш ете йыл бергә тиң-тигеҙ ғүмер кисереүҙәре лә күпте һөйләй.
–Мин иң бәхетле кеше. Аллаһы Тәғәлә барығыҙға ла шундай уҡ оҙон һәм ҡыҙыҡлы ғүмер кисерергә насип итһен, ти олатай.
Comments