top of page

90-летний юбиляр

Хәйбулла районының тағы ла бер абруйлы ил инәһе - Әбделмәнова Мәхмүзә Мөхәмәҙей ҡыҙы12 июндэ 90 йәшен тултырҙы. Изге йола буйынса юбилярҙы район ветерандар Советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова ҡотланы.

Мәхмүзә инәйҙең атаһы уға ни бары ете йәш булғанда вафат була. Әсәһен ул бөтөнләй хәтерләмәй. Кесе йәштән етем ҡалып, һуғыш йылы балалары күргән бөтә михнәттәрҙе үҙ иңендә татый. Бәләкәйҙән эш башлап, колхозда бесәнен дә саба, торфын да ҡырҡа, фермала быҙау ҡараусы ла була. 1950 йылда тормош иптәше Сәғитте осратып, йәштәр ғаилә ҡора. Тиң- тигеҙ тормошта һигеҙ балаға ғүмер бүләк итә улар. Бөгөн уларҙың алтауһы иҫән. Юбиляр иһә бөгөнгө көндә кесе ҡыҙы Зилә һәм кейәүе тәрбиәһендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Мәхмүзә инәй әле лә күңел күтәренкелеген юғалтмаған. Бөгөнгө етеш тормошҡа, бәхетле йәшәйешенә ҡыуанып, рәхмәттәр уҡый. Унынсы тиҫтәгә аяҡ баҫҡан инәйҙең теләге лә бер генә- илгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен.



21 просмотр0 комментариев

Недавние посты

Смотреть все

Comentarios


Пост: Blog2_Post
bottom of page